Өфөлә «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» митинг-концерты үтте

18 мартта Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» митинг-концерты уҙҙы.

18 мартта Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» митинг-концерты уҙҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был көндө 2014 йылда Ҡырымда һәм Севастополдә бөтә халыҡ референдумы уҙғарылғандан һуң уның биләмәләре рәсми рәүештә Рәсәйгә ҡайтты.

Сара Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл тулыуға һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең башланғысы менән митинг-концерт Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына (2022 йылдың 22 февралендә Рәсәй уларҙың бойондороҡһоҙлоғон таныны), Рәсәйҙең Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан Ҡораллы көстәренә ярҙам итеүгә арналған.

Концерт «Тыныслыҡ өсөн!» («Zа мир!»), «Рәсәй өсөн!» («Zа Россию!»),  «Президент өсөн» («Zа Президента!») лозунгтары аҫтында үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Башҡортостандың дини лидерҙары, депутаттар һәм башҡалар ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе илдең именлеген ҡаһармандарса яҡлаусы Рәсәй армияһына ярҙам итеүен белдерҙе һәм Донбаста йәшәүселәр өсөн гуманитар ярҙам менән сираттағы конвойға старт бирҙе. Автопоезд ДНР-ға һәм ЛНР-ға аҙыҡ-түлек, канцелярия тауарҙары һәм яҙыу кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена саралары һәм тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙары, төҙөлөш материалдары алып бара. Гуманитар йөктөң дөйөм ауырлығы - 96,5 тонна.

- Бөгөн беҙ бында, Өфөлә, йыйылдыҡ. Бында республиканың ҡалаларынан һәм ауылдарынан төрлө йәштәге, дин тотҡан һәм милләтле кешеләр килде. Президент Владимир Владимирович Путинға, илебеҙгә һәм яугирҙарыбыҙға ярҙам күрһәтер өсөн килдек, - тине ул. - Бөгөн егеттәребеҙ Украинала нацизмға ҡаршы көрәшә, Рәсәйҙе һәм күп михнәтле Донбаста йәшәүселәрҙе яҡлай. Уларға бик ҡыйын. Һәм уларға беҙҙең ярҙамыбыҙ, ышанысыбыҙ кәрәк. Уларҙың еңеүенә ышанабыҙ. Барығыҙға ла, бында күңел ҡушыуы буйынса килгән һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Рәхмәт!

Шулай уҡ митингта ҡатнашыусыларға видеосәләм менән Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин мөрәжәғәт итте. ДНР халҡы исеменән ул Башҡортостан Республикаһының бар халҡына ла был ауыр ваҡытта ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Концерт программаһы сиктәрендә тамашасылар өсөн башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаны. Хедлайнерҙар – Elvin Grey (Радик Юлъяҡшин) һәм «Город 312» поп-рок төркөмө.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA