39-сы гимназия уҡытыусыһы Вера Серавкина «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2022» конкурсының абсолют еңеүсеһе булды.
1 мартта Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2022», «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2022», «Йөрәгемде балаларға бирәм», «Уҡытыусы-оҫта», «Педагог-тикшеренеүсе» ҡала конкурстары еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
Быйыл педагогтар араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы 93 ҡатнашыусыны йыйҙы. «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2022» конкурсының абсолют еңеүсеһе - 39-сы гимназия уҡытыусыһы Вера Игоревна Серавкина. Тыуған гимназияһы менән Вера Игоревнаны күп нәмә бәйләй: был белем биреү учреждениеһын т үҙе, уның улы тамамлаған. Ҡыҙы ла ошонда уҡый. Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультетын тамамлағандан һуң 1996 йылда Геология институтында тәржемәсе булып эшләй. Журналдарҙа мөхәррир, журналист, реклама роликтары һәм фильмдар монтажлаусы булып эшләп, оҙаҡ эҙләнеүҙән һуң үҙен уҡытыусы һөнәре менән бәйләргә ҡарар итә. «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2022» конкурсында Вера Серавкина тел тәжрибәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән тематик белем биреү сараларынан торған «Шәхси компетенцияларҙы үҫтереү алымы булараҡ проект эшмәкәрлеге» тигән методик эше менән сығыш яһаны.
Уның элекке уҡыусыларының күбеһе сит илдәрҙә белем ала.
«Балалар менән аралашыу миңә күп шатлыҡ килтерә. Уларҙың аң даирәһенә, тәрбиәлелегенә һәм иҫ киткес таланттарына һоҡланам»,- ти ул. «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2022» конкурсының республика этабында Вера Игоревна ҡалабыҙ исеменән сығыш яһай.
Әйткәндәй, Өфөнөң Ленин районында йәшәгән 17 педагог төрлө номинацияларҙа финалға һәм лауреат исеменә лайыҡ булды.
1-се лицейҙың тарих уҡытыусыһы Елизавета Кругленкова «Педагогий дебют» номинацияһында лауреат булды.
01.03.2022
1426