Баш ҡалала юлдағы соҡорҙарҙы ямай башланылар

Бөгөнгө көндә соҡорҙарҙы ямау башлыса ҡойолған һәм һыуыҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһын ҡулланып башҡарыла.

Өфөлә юлдағы соҡорҙарҙы ямау башланды. 28 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә тейешле йөкләмә биргән ине.

Бөгөнгө көндә соҡорҙарҙы ямау башлыса ҡойолған һәм һыуыҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһын ҡулланып башҡарыла. Был иһә түбән температураны иҫәпкә алып эшләргә мөмкинлек бирә. Бының өсөн рециклерҙар, термобункерҙар, фрезерлау машиналары ҡулланыла.

Өфөнөң Киров районы Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте директоры Рөстәм Сәмиғуллин әйтеүенсә, тәү сиратта участкаларҙың оҫталары юл япмаһының бөтөнлөгөнә мониторинг үткәрә.

– Проблемалы урындар асыҡланғас, улар ремонт ваҡытын билдәләй һәм объектҡа сыға. Тәүҙә соҡорға фреза ярҙамында тура дүртмөйөш формаһын бирәләр. Артабан уның өҫтөнән бөтә дым алына, шунан һуң ғына асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡойола, - тип хәбәр итте ул.

Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, соҡорҙарҙы ямау юлдарҙы тейешенсә (капиталь) ремонтлауҙы алмаштырмай. Күп осраҡта был юлдарҙа аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелгән ваҡытлыса сара. Юлсылар иһә төҙөкләндереү миҙгеле башланыу менән ремонт эштәрен башлаясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ратмир Мәүлиев аҙна башында техниканың соҡорҙарҙы ямау эштәренә әҙерлегенә, асфальт-бетон ҡатнашмаларының етерлек күләмдә булыуына баҫым яһап, юл япмаһындағы етешһеҙлектәрҙе һанлы форматҡа күсереүҙе ойошторорға ҡушты. Ремонт һөҙөмтәләре Интерактив картала туплана.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA