2022 йылда Өфөлә «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса 54 ихатаны төҙөкләндереү ҡаралған

Быйыл Өфөлә 54 ихатаны берләштергән 15 биләмә төҙөкләндереләсәк.

Күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын комплекслы төҙөкләндереү «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.  Быйыл Өфөлә 54 ихатаны берләштергән 15 биләмә төҙөкләндереләсәк.

Исемлеккә асфальт-бетон япмаһы ныҡ туҙған һәм дөйөм торошо насар булған ихаталар индерелгән. Бынан тыш, халыҡтың мөрәжәғәттәре, район хакимиәттәренең фекерҙәре иҫәпкә алынған.

Әлеге ваҡытта конкурс процедураларын үткәреүгә әҙерлек бара. Объекттарҙа эштәр подряд ойошмалары билдәләнгәндән һуң башланасаҡ.

Төҙөкләндереү эштәренән һуң ихаталар хәүефһеҙ һәм уңайлыраҡ буласаҡ. Биләмәләр сертификатлы балалар һәм спорт-уйын майҙансыҡтары менән йыһазландырыласаҡ, парковка урындары арттырыласаҡ, ихата юлдары һәм тротуарҙар яңыртыласаҡ, ял итеү зоналары, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт ихаталары» йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү программаһы алты йылға (2019-2024 йылдар) иҫәпләнгән һәм ихата биләмәләрендә уңайлы мөхит булдырыуға, граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттарын булдырыуға йүнәлтелгән.

2022 йылда төҙөкләндерелергә тейешле ихата биләмәләренең адреслы исемлеге менән слайдта танышырға мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA