Баш ҡаланың йыл уҡытыусылары билдәләнде

Бөгөн Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2022» конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды.

1 мартта Ҡала мәҙәниәт һарайында «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2022», «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2022», «Йөрәгемде балаларға бирәм», «Педагог-оҫта», «Педагог-тикшереүсе» ҡала конкурстары еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.

Быйыл конкурстарҙа 93 педагог ҡатнашты. Конкурс тарихында тәүге тапҡыр «Класс етәксеһе» номинацияһы булдырылды, унда 13 уҡытыусы ҡатнашты.

Конкурсанттарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев тәбрикләне.

- Бында ултырғандарҙың һәр береһе герой, сөнки мөһим һәм яуаплы бурыс – балаларыбыҙҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу менән шөғөлләнә. Һеҙ был бурысты лайыҡлы үтәйһегеҙ, - тине ул һәм ныҡлы һаулыҡ, яңы ҡаҙаныштар, һәләтле уҡыусылар теләне.

Шулай итеп, «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2022» исеменә баш ҡаланың 39-сы гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Вера Серавкина лайыҡ булды. Ә инде «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022» булып 107-се лицей уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов танылды.

Бынан тыш, «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы - 2022» конкурсында 27-се мәктәптең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Люциә Вәхитова;   «Педагогик дебют» номинацияһында – 112-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Анастасия Ногина; «Баш ҡаланың рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында 136-сы башҡорт лицейынан Эльмира Тәзиева еңеү яуланылар.

«Йыл класс етәксеһе. Оҫта-2022» номинацияһында - 113-сө мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Сәмиғуллина, ә «Йыл класс етәксеһе. Дебют-2022» конкурсында 161-се лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рина Ахунова иң яҡшылары булды.

Комаров В.М. исемендәге Өфө ҡалаһы балалар ижады һарайының өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Юлия Долгополова «Йөрәгемде балаларға бирәм» конкурсының абсолют еңеүсеһе тип танылды. Шулай уҡ был конкурста «Новатор» балалар ижады йорто уҡытыусыһы Александр Маркелов, «Сулпан» балалар ижады үҙәгенең уҡытыусыһы Лиә Ибраһимова, «ЛидерЭко» Экологик-биологик үҙәгенең уҡытыусыһы Зинфира Батырова һәм «Йондоҙлоҡ» балалар ижады үҙәгенең уҡытыусыһы Илшат Фәйрушин еңеү яуланылар.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA