Өфө Хакимиәтендә Пекиндағы ҡышҡы Олимпиада призерҙары менән осрашыу үтте

Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ратмир Мәүлиев Пекинда үткән ҡышҡы Олимпия уйындары призерҙары һәм уларҙың тренерҙары менән осрашты.

27 февралдә муниципалитетта Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ратмир Мәүлиев Пекинда үткән ҡышҡы Олимпия уйындары призерҙары һәм уларҙың тренерҙары менән осрашты.

Осрашыуҙа Семен Елистратов, Эдуард Латыпов, Александр Третьяков һәм уларҙың тренерҙары - Андрей Максимов, Евгений Мельчаков, Рөстәм Фәйезов, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Виктор Никитин ҡатнашты.

Ратмир Мәүлиев олимпиясыларға ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт әйтте, был миҙалдарҙың һәр береһе артында спортсы, тренер, бөтә команданың оло хеҙмәте тора, тип билдәләне.

- Мин спорт яратам һәм әүҙем шөғөлләнәм, шуға күрә һәр берегеҙҙең ниндәй көс һалыуын беләм, - тине ул.

Әңгәмә барышында спортсылар Пекиндағы Олимпия уйындарынан алған тәьҫораттары, туҡланыуҙы ойоштороу, ҡатнашыусыларҙы урынлаштырыу, ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр һәм спортта артабанғы пландары тураһында һөйләне.

Семен Елистратов Өфөләге шорт-трек үҙәгендә боҙҙоң бер ҡасан да буш тормауын, ә спорт менән шөғөлләнергә теләгән балаларҙың һаны артыуын билдәләп, шорт-тректы үҫтереүҙе дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҙ сиратында, Евгений Мельчаков Үҙәктә Семен Елистратов исемендәге музей булдырырға һәм унда уның бөтә күп һанлы миҙалдарын һаҡларға тәҡдим итте.

Осрашыу аҙағында Ратмир Мәүлиев Өфө спортсыларына һәм уларҙың тренерҙарына Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA