Орджоникидзе районына – 70 йыл!

Бөгөн Орджоникидзе районы нигеҙ һалыныуына 70 йыл тулыуын билдәләй. Ул үҙенең эре һәм  үҫешкән предприятиелары менән генә түгел, ә бай тарихы һәм һоҡланғыс кешеләре – төрлө һөнәр эйәләре булған хеҙмәтсәндәре менән дә билдәле.

Орджоникидзе районына – 70 йыл!

Орджоникидзе районы – ҡаланың иҡтисады үҫеш “локомотивы”.  Ундағы 220 эре һәм ҙур булмаған  предприятиеларында 57 меңдән ашыу кеше эшләй. 8 меңдән ашыу кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары эшләп килә.

Район әүҙем үҫешә: заманса  торлаҡ йорттар ҡалҡа, мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар, спорт объекттары  төҙөкләндерелә һәм асыла.

Орджоникидзе районының 70 йыллығын билдәләгәндә фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм бәләкәй Ватаныбыҙ үҫешенә өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен, хөрмәтебеҙҙе һәм ихтирамыбыҙҙы ҡабул итегеҙ!

Ябай булмаған шарттарға бәйле, район юбилейын билдәләүҙе 2022 йылдың май айына күсерергә ҡарар ителде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA