Һалдаттарҙы иҫкә алырға һәм уларҙың батырлығы алдында баш эйеп, тере сәскәләр һалырға Өфө ҡалаһы Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Петрович Кожевников, "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы вәкилдәре, һалдаттарҙың туғандары, дуҫтары йыйылды.
Сергей Петрович үҙенең сығышында тарихыбыҙҙы һаҡларға, батырҙар тураһындағы иҫтәлекте киләсәк быуындарға тапшырырға һәм уларҙы ошо нигеҙҙә тәрбиәләргә саҡырҙы.
Тантаналы өлөштән һуң сара мәктәп музейында дауам итте. Бында йәш экскурсоводтар Руслан һәм Дмитрийҙың батырлыҡтары тураһында һәйләне, тыуған илде һаҡлаған батырҙар иҫтәлегенә шиғырҙар уҡып ишеттерҙе.
24.02.2022
1044