21.02.2022
1169
2022 йыл был ике байрам да, йәғни 23 февраль –шаршамбы, ә 8 март шишәмбе көндәренә тура килә. РФ хөкүмәтенең 2021 йылдың 16 сентябрендәге “2022 йылда эш көндәрен күсереү буйынса” №1564 һанлы ҡарарына ярашлы, 5 марттағы ял көнө 7 мартҡа күсерелә. Шулай итеп, 2022 йылдың 23 феврале 6,7,8 март ял көндәре тип иғлан ителә. 22 февралдәге һәм 5 марттағы эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Хеҙмәт законына ярашлы (РФ ХК 120ст.) йыллыҡ отпускты иҫәпләгәндә 23 февраль һәм 8 марттағы байрам көндәре отпуск ваҡытына индерелмәй.
БР, ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау Министрлығының матбуғат хеҙмәте.