Балалар доньяһы - халыҡ йәшәйешенең һәм мәҙәниәтенең айырылмаҫ өлөшө. Ғаилә, балалар баҡсаһы, мәктәп аша йәш быуын киләсәк тормошҡа аяҡ баҫа, шәхес булараҡ формалаша. Бала саҡ киләсәк тормошҡа әҙерлек баҫҡысы ғына түгел, ә кешенең йәшәү дәүерендәге иң бәхетле мәле.
Балалар баҡсаһы бөгөнгө шарттарҙа тәрбиәләү һәм уҡытыу - өйрәтеү эшен һәр береһен айырым тормошҡа ашырып эш итеүҙе түгел, ә береһе икенсеһен тулыландырып, байытып, балаларҙың дөйөм үҫешенә, уларҙың шәхси һәләтен һәр яҡлап асыуға нәтижәле тәьҫир итерлек итеп ойоштороу һәм үтәү маҡсатын ҡуя.
51-се Башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе Айгөл Самат ҡыҙы Ғайсина «Йыл тәрбиәсеһе» Республика конкурсында уртансы төркөм менән «билдәле шәхестәре» исемле балаларҙың танып белеү һәләтен үҫтереү буйынса дәрес үткәрелде.
Айгөл Самат ҡыҙы үҙенең үҙенсәлекле дәресендә балаларҙың ижади һөнәрҙәрен актуалләштереү, уларға башҡорт милли музыка ҡоралдары хаҡында мәғлүмәт алыу өсөн шарттар булдырылды, билдәле шәхестәрҙең тормошон һәм ижады өйрәнелде, Өфө урамдарына бирелгән билдәле кешеләр тураһындағы белемгә эйә булыу мөмкинлеге булдырылды.
Дәрес ваҡытында тәрбиәләнеүселәр Башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәрим тураһында һөйләшеү алып барылды.
Интерактив уйындар «Нимә артыҡ», «Кемгә, нимә кәрәк?» уйналынды. Шулай уҡ, музыкаль уйын «Көйҙө таны» тигән уйын да ла башҡорт халҡының матур көйҙәрен танып, яуап биреү күңелле лә, дәртле лә уйын булды. Балалар ифрат ҡыуандылар.
Дәресте йомғаҡлап балалар Мостай Кәрим исеменә бирелгән иҫтәлекле урындарҙың фотоһүрәттәре менән китапсыҡ эшләнеләр, ә малайҙар лего - конструктор ярҙамында Мостай Кәрим исеменә бирелгән аэропорт һәм самолет эшләнеләр.