Калинин районында иҫкә алыу митингы үтте.

Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға арналған көндә "Беренсе май"  мәҙәниәт һәм ял паркында тантаналы митинг һәм сәскәләр һалыу үтте.

 

Калинин районында иҫкә алыу митингы үтте.

Был сарала Калинин районы хакимиәт башлығы Сергей Петрович Кожевников, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигының өлкән ярҙамсыһы, Орджоникидзе һәм Калинин райондарының хәрби комиссары Валерий Михайлович Котельников, "Лидер" балалар һәм үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ кадеттар, уҡыусылар, Калинин районы халҡы ҡатнашты. Сараға килеүселәрҙең барыһы ла парктағы Иҫтәлекле плитаға сәскәләр һалды.
Калинин рйонында Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған өс яугир ғаиләһе йәшәй.
15 февраль ил тарихында иҫтәлекле көн. Был ваҡиға тотош бер быуындың яҙмышында сағыла. Афған һуғышында беҙҙең илдән 620 мең һалдат ҡатнаша. Шуларҙың 80 -не юғары наградаға – Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. 200 меңдән ашыу һалдат орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Ун биш меңдән ашыу һалдат ошо аяуһыҙ һуғышта һәләк була. Уларҙың исемдәре беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA