Баш ҡала Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Ратмир Мәүлиевҡа йөкмәтелде

Совет депутаттары ҡала Хакимиәте башлығы Сергей Грековтың отставкаһын ҡабул итте һәм бер тауыштан Ратмир Мәүлиевте был вазифаны башҡарыусы итеп һайланы.

Өфөлә ҡала Советының сираттан тыш ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты.

Ултырыш сиктәрендә депутаттар Советҡа үҙ теләге менән отставкаға китеү тураһында тейешле ғариза килеүгә бәйле ҡала Хакимиәте башлығы Сергей Грековтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатырға ҡарар итте. Ул республика хөкүмәте вице-премьеры вазифаһында Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеген етәкләй.

Сергей Греков Радий Хәбировҡа командала эшләргә мөмкинлек биргәне, шулай уҡ Өфө халҡына ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары һәм килеп тыуған проблемаларҙы аңлағандары  өсөн рәхмәт белдерҙе.

Сергей Грековтың Өфө мэры вазифаһында эшләү осоро ғәҙәттән тыш ваҡытҡа тура килде, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы һәм ошондай ҡатмарлы шарттарҙа эшләгән өсөн ҡала Хакимиәтенең бөтә командаһына рәхмәт әйтте. Ул Сергей Николаевичҡа яңы вазифаһында уңыштар теләне һәм уны БР Почет грамотаһы менән бүләкләне.

Парламентарийҙар Өфө Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы ҡала округы Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, унан алда Нефтекама ҡалаһын етәкләгән Ратмир Мәүлиевҡа йөкмәтте. Ул, үҙ сиратында, республика етәкселегенә һәм Өфө ҡала Советы депутаттарына күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәтен белдерҙе.

- Өфөләрҙең тормошон яҡшыртырға йүнәлтелгән уртаҡ ҡарарҙар ҡабул итербеҙ һәм баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығын лайыҡлы ҡаршыларбыҙ, тип ышанам. Үҙемде был эшкә тулыһынса бағышлайым. Халыҡтан конструктив тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр көтәм. Бергәләп эшләйәсәкбеҙ һәм барыһы ла килеп сығыр, тип ышанам, - тине Ратмир Мәүлиев.

Белешмә

Мәүлиев Ратмир Рәфил улы 1989 йылдың 14 авгусында Башҡорт АССР-ының Нефтекама ҡалаһында тыуған. 2011 йылда «юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Бынан тыш, Ратмир Мәүлиев 2011 йылда Мәскәү халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбендә, 2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетында, 2019 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында һөнәри әҙерлек үткән.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2008 йылда шәхси эшҡыуар булып башлай. 2015-2016 йылдарҙа Татарстан Республикаһы Ютаҙы муниципаль районы башҡарма комитеты етәксеһенең инфраструктура үҫеше буйынса урынбаҫары, етәксе вазифаһын башҡарыусы булып эшләй. 2016-2019 йылдарҙа - Әлмәт муниципаль районы башлығының инвестиция үҫеше буйынса советнигы. 2019 йылдың мартынан алып 2022 йылдың февраленә тиклем - Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. 2022 йылдың февраленән - Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA