Михаил Александрович Шолохов – совет яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты. Билдәле яҙыусы Михаил Шолохов 1905 йылдың 24 майында Кружилинский хуторында тыуа.
1910 йылда уның ғаиләһе Каргинов хуторына күсеп китә. Бында инде Михаил өйҙә урындағы уҡытыусылар менән шөғөлләнә башлай. Артабан уҡыуын Мәскәүҙә малайҙар өсөн асылған гимназияла дауам итә. Бер йыл белем алғандан һуң, Шолохов Воронеж өлкәһендә белем ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Беренсе донъя һуғышы башланып китеү сәбәпле, ул уҡыуын ташлап тыуған йортона әйләнеп ҡайтырға мәжбүр була.
1922 йылда яҙыусы уҡыуын артабан дауам итеү маҡсаты менән Мәскәүгә күсә. Бында ул "Йәш гвардия" түңәрәгенең күп кенә шағирҙары менән осраша. 1923 йылда яҙыусының "Үҫмер дөрөҫлөгө" гәзитендә "Һынауҙар" фельетоны баҫыла. Һуңынан "Өс", "Ревизор" әҫәрҙәре донъя күрә. Бер йылдан һуң" Родинка" әҫәрен ижад итә. 1942 йылда Шолохов башланғыс синыф уҡытыусыһы Мария Громославскаяға өйләнә.
1925 йылда Михаил Шолохов Александр Серафимович менән таныша, һуңынан уны яҙыусы үҙенең беренсе уҡытыусыһы тип таныта. Был ваҡытта журналда йәш яҙыусының бер нисә әҫәре донъя күрә. Һуңынан ул “Лазарев далаһы”, “Дон хикәйәләре” йыйынтығына туплана .1926 йыл аҙағында “Тымыҡ Дон” китабы өҫтөндә эшләй башлай һәм 1932 йылда был китаптың беренсе томы “Күтәрелгән сиҙәм” донъя күрә. Был әҫәрҙең икенсе томы ни бары 1959 йылда нәшер ителә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Михаил Александрович хәрби хәбәрсе булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә “Улар тыуған ил өсөн көрәште” романының өлөштәре баҫтырыла башлай.
1965 йылда билдәле яҫыусыға “Тымыҡ Дон” романы өсөн Нобель премияһы тапшырыла. Һуғыштан һуң ул башлыса йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында яҙыусы һунарсылыҡ һәм балыҡ тотоу менән шөғөлләнә.
Михаил Алексеевич Шолохов 1984 йылдың 21 февралендә 78 йәштә вафат була. Ул Дон йылғаһы ярында урынлашҡан йорто алдында ерләнә.
11.02.2022
1174