Спорт ҡаҙаныштары

4-6 февралдә Магнитогорск ҡалаһында дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтте. Унда 2009-2011 йылғы ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашты. Турнир Магнитогорск ҡалаһының тәүге төҙөүселәре иҫтәлегенә арналды.

Спорт ҡаҙаныштары

Ярышта Силәбе, Ырымбур өлкәһенән һәм Башҡортостан республикаһынан 320 спортсы ҡатнашты.

Көсөргәнешле көрәш барышында 50 кг. ауырлыҡ категорияһында Калинин районынан Урал Нәсибуллин(тренеры М.Ф.Нәсибуллин) бронза миҙалға лайыҡ булды.

Спортсыны һәм уның тренерын  уңышлы сығышы менән ҡотлайбыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA