1 марттан Воровский урамында Ағиҙел йылғаһы аша күперҙә хәрәкәт схемаһы үҙгәрә

Алдан хәбәр ителгәнсә, 2022 йылдың 1 мартында Воровский урамында Ағиҙел йылғаһы аша иҫке «аркалы» күперҙе капиталь төҙөкләндереү башлана.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 2022 йылдың 1 мартында Воровский урамында Ағиҙел йылғаһы аша иҫке «аркалы» күперҙе капиталь төҙөкләндереү башлана. Бер аҙна элек подрядсы ойошма - «Уралмостострой» акционерҙар йәмғиәте менән тейешле муниципаль контракт төҙөлдө. 

Төҙөлөш-монтажлау эштәре башланғас «аркалы» күпер ябыласаҡ. Шуға бәйле ике йәнәш күперҙәрҙә хәрәкәт схемаһы яңыртыласаҡ. Әйтәйек, былтыр төҙөлгән күпер-ҡушымта буйлап аэропорт яғына дүрт тарайтылған хәрәкәт һыҙаты ойоштороласаҡ. 1991 йылғы күперҙә ҡаланан сығыу өсөн бер һыҙат һәм реверсив һыҙат эшләнәсәк - ул күперҙең тулылығына ҡарап ҡалаға инеүгә йәки унан сығыуға тәғәйенләнәсәк.  Шулай итеп, бөтәһе 10 хәрәкәт һыҙаты эшләйәсәк.

7 февралдә заказсы вәкилдәре - Өфө Хакимиәте, подряд ойошмаһы - «Уралмостострой» акционерҙар йәмғиәте, ҡала һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәттәре ҡатнашлығында күсмә кәңәшмә үтте. Унда күперҙәрҙә хәрәкәт схемаһын үҙгәртеү менән бәйле ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.  14 февралдән яңы күпер-ҡушымтала тест режимында дүрт һыҙатлы хәрәкәт ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта бында өс һыҙат буйынса хәрәкәт ойошторолған - һәр береһе 3,75 метр, шулай уҡ ситтәренән техник һыҙаттар бар. Яңы схемала ике уртаса һыҙат һәр береһе 3,5 метрға тиклем тарая, ә ситтәрендә киреһенсә, ҙур габаритлы транспорт өсөн һыҙаттар 4 метрға тиклем киңәйтелә. Аҙна аҙағына тиклем тейешле юл билдәләр ҡуйыу һәм ваҡытлыса билдәләр һыҙыу күҙаллана.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA