Яҡташыбыҙ Эдуард Латыпов Пекинда Олимпиадала бронза миҙал яуланы

Өфө биатлонсыһы Эдуард Латыпов Пекинда ҡышҡы Олимпиада биатлоны буйынса ҡатнаш эстафетала өсөнсө урын яуланы. 

Өфө биатлонсыһы Эдуард Латыпов Пекинда ҡышҡы Олимпиада биатлоны буйынса ҡатнаш эстафетала Ульяна Ниғмәтуллина, Кристина Резцова һәм Александр Логинов менән бергә өсөнсө урын яуланы. 

Латыповҡа дүртенсе финал этап ышанып тапшырылды. Спортсы беренсе урында ышаныслы килде, ләкин финишта уны Норвегиянан Йоханнес Бе һәм француз Фийон Майе уҙып китте. 

Шул рәүешле, рәсәйҙәр Пекинда Олимпиадала йыйылма команданың тәүге бронза миҙалын яуланы. Эдуард Латыповты һәм уның тренеры Виктор Никитинды яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайбыҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA