2022 йылда Өфөлә Пугачев урамын төҙөкләндерә башлаясаҡтар

Һөҙөмтәлә урындағы юлдар һәм тротуарҙар, заманса тышҡы яҡтыртыуҙар менән тәьмин ителгән дүрт һыҙатлы юл төҙөләсәк.

Алдағы йылдарҙа Өфөлә «Көньяҡ ҡапҡа» биләмәһен комплекслы төҙөүҙең ҙур инфраструктура проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ. Проект буйынса ҡаланың көньяҡ инеү юлында урам-юл селтәрен үҫтереү ҡаралған. Проектҡа бер нисә ҙур объект инә, уларҙың береһе - Пугачев урамын реконструкциялау. 

Бөгөнгө көндә Пугачев урамындағы транспорт ағымы Кузнецов затоны биҫтәһендә, Нуғай, Аҡбирҙе ауылдарында һәм башҡаларҙа әүҙем төҙөлөш алып барыу менән бәйле урамдың иң ҙур үткәреү һәләтенә еткән. Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында муниципалитет Пугачев урамын реконструкциялау проектын әҙерләгән.

Юлсылар проектты 2022 йылдың май-июнь айҙарында тормошҡа ашыра башларға ниәтләй. Проект ике йылға иҫәпләнгән. Барлыҡ эштәрҙе лә 2023 йылда тамамлау планлаштырыла. Һөҙөмтәлә урындағы юлдар һәм тротуарҙар, заманса тышҡы яҡтыртыуҙар менән тәьмин ителгән дүрт һыҙатлы юл төҙөләсәк.

Төҙөкләндереү ваҡытын ҡыҫҡартыу маҡсатында Пугачев урамындағы Ағиҙел урамынан Бородин урамына тиклемге участкала хәрәкәтте тулыһынса ябыу менән юл эштәрен башҡарыу мөмкинлеге ҡарала. Юл йөрөүҙе бойомға ашырыу өсөн Ағиҙел урамынан Бородин урамына тиклем урау юл һалынасаҡ, ул тышҡы яҡтыртыу һәм туҡталыштар менән йыһазландырыласаҡ. Йәмәғәт транспорты маршруттары ла ошо юл буйлап  үтәсәк.

Ағиҙел урамынан Сочи урамына тиклемге участка юлды тулыһынса япмайынса реконструкцияланасаҡ.

Төҙөкләндереү эштәренә бәйле транспорт хәрәкәтендә ҡыйынлыҡтар булыуы ихтимал. Баш ҡала хеҙмәттәре төҙөлөш-юл эштәре осоронда сабыр булырға саҡыра, сөнки был ваҡытлы һәм мәжбүри саралар. 

Һөҙөмтәлә ошо уңайлы һәм хәүефһеҙ автомобиль юлы менән көн һайын меңдәрсә кеше файҙаланасаҡ. 

Билдәләп үтәбеҙ, Пугачев урамын реконструкциялау Өфө ҡалаһына 450 йыл тулыуға ҡарата объекттар исемлегенә индерелгән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA