Өфө моторҙар эшләү заводы беренсе биш йыллыҡ ваҡытында комбайндарға моторҙар эшләү өсөн төҙөлә. Бөйөк ватан һуғышы алдынан бында авиомоторҙарҙы үҙләштереү башлана. 1941 йылда Өфөгә Рыбинск авиомоторҙар заводын эвакуациялайҙар. Был завод егерменсе йылдар аҙағынан алып бомбаға тотоусы һәм атыусы ҡорамалдар өсөн моторҙар эшләп килгән. Шулай уҡ уларға Ленинград һәм Мәскәү янындағы заводтарҙы бергә ҡушалар. Бындай ҙур заводҡа етәксе итеп оло быуынға яҡшы таныш булған Василий Петрович Баландин тәғәйенләнә.
Баландин үҙенең тырышлығы, эшһөйәрлеге менән кешеләрҙе дәртләндереп торған булған. Хеҙмәт ветераны Б.Горностаев бына нимә тип хәтерләй:«Өфө мотрҙар эшләү заводында эштэр бик көсөргәнешле барҙы, һәр ваҡыт ниндәйҙер көтөлмәгән хәлдәр килеп сыға ине. Мәҫәлән, йә йылытыу үҙәгенә күмер етмәй, йә башҡа төрлө мәсъәләләр. Бер ваҡыт төнөн туңған күмер вагондары килеп туҡтай. Был хәлде күреп бушатыусылар юғалып ҡала. Ошо ваҡытта Василий Петрович ҡулына лом һәм көрәк алып вагонга менә һәм эшселәр менән бергә күмер бушата башлай. Эштең башынан аҙағына тиклем ул эшселәр менән бергә була».
1941 йыл аҙағына 11 сәнәғәт корпусы, 127 өй һәм барак, тик палаткаларҙан торған 2 лагерь төҙөлә. Унда 6600 кеше урынлаша. Моторҙар төҙөү заводында эш күләме артҡандан арта бара. В.П.Баландин етәкләгән завод коллективы 23 тапҡыр Дәүләт Комитеты оборонаһының Күсмә Ҡыҙыл байрағын яулай.
«Правда» газетаһының 1945 йылдың 26 июль һанында сыҡҡан бер мәҡәләһендә шуны билдәләп үтәләр: Өфө моторҙар эшләү заводы һуғыш йылдарында 97 мең күләмендә мотор эшләп сығара. Был бик ҙур баһаға эйә була. Б.Горностаев әйтеүенсә, һуғыш йылдарында осҡан самолеттарҙың 60% Өфө заводы етештергән моторҙарҙа оса. Әлбиттә, бында дәүләт эшмәкәре, авиация хеҙмәте генерал-майоры В.П.Баландиндың роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Уның бөтә тормошо Өфө моторҙар төҙөү заводы менән тығыҙ бәйләнгән.
В.Баландин 1904 йылда тимер юлсылар ғаиләһендә тыуа. Хеҙмәт юлын йәбештереүсе-йыйыусы булып башлай. 1930йылда Мәскәү тимер юл транспорт институтын тамамлай. 1936 йылда инженер –новатор үҙенең ябай ғына йыйыу цехында моторҙарҙы эҙмә-эҙлекле йыйыу алымын индерә. Быға тиклем илдә конвейер аша йыйыу эше ойошторолмаған була. СССР Юғары Советының 1945 йылдың 3 июлдәге Указы менән моторҙар эшләү заводы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, ә инде предприятиенең иң алдынғы 299 хеҙмәткәренә СССР-ҙың орден һәм миҙалдары тапшырыла.
Завод директоры Василий Петрович Баландинға һәм баш инженер Петр Денисович Лаврентьевҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исем бирелә. В.П.Баландин 1973 йылда мәрхүм була. Моторҙар төҙөү заводының элекке бер бинаһына В.П.Баландин исеменә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.