Спорт ҡаҙаныштары

20-22 ғинуар Өфө ҡалаһында кикбоксингтың фулл-контакт, лайт-контакт төрҙәре буйынса ҡала беренселеге булып үтте. Ярыштарҙа Өфө, Мәләүез, Туймазы. Учалы ҡалаларынан 150 спортсы ҡатнашты.

Спорт ҡаҙаныштары

Өфө ҡалаһының данын Калинин районының 22-се һанлы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре яҡланы. Урындар түбәндәгесә билдәләнде:
1-се урын – Глеб Коломиец, Радмила Торба, Михаил Долина;
2-се урын – Михаил Урвачев, Михаил Парахин, Айдар Ирмашев, Даниил Дьячков;
3-сө урын - Ярослав Любцев, Михаил Тазлиев, Егор Курденков, Трофим Торба.
Кикбогсинг (kickboxsing, инглиз һүҙе) – ҡул һуғышы сәнғәтенең бер төрө, бында ҡул һәм аяҡ менән көрәшергә мөмкин. Спортсыларҙың кейемендә махсус рәүештә бокс бирсәткәләре ҡулланыла.
Спорттың был төрө XX быуаттың 60-70 йылдарында Америка Ҡушма штаттарында һәм Европа илдәрендә барлыҡҡа килә. Кикбогсингтың «атаһы» тип Чак Норризты һанайҙар, нәҡ ул спорттың ошо төрөн уйлап сығара.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA