Өфөнөң Киров районында мобиль төркөмдәр йәмәғәт урындарында Башҡортостан хакимиәте башлығының юғары әҙерлек режимы тураһындағы указының үтәлеүен тикшереү маҡсатында рейдтар үткәреүен дауам итә. Мобиль төркөмдәргә район Хакимиәте һәм райондың йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәре инә.
Патруль төркөмдәре йәмәғәт урындарына инеүселәрҙе тикшергән хеҙмәткәрҙәрҙен сертификаттарының барлығын, тикшереү барышынын дөрөҫ ойошторолоуын, маска режимының һәм санитар нормаларҙын үтәлеүен тикшерә. Тикшереү ваҡытында махсус чек-ҡағыҙҙар тултырыла. Асыҡланған иҫкәрмәләр буйынса төҙөлгән акттар Роспотребнадзор һәм башҡа структураларға ебәрелә.
Шулай уҡ рейдта ҡатнашыусылар профиль ойошмаларҙың телефондары һәм ҡәтғи тыйыуҙарҙың аңлатып яҙылған иҫкәрмәләр тараталар.