Калинин районына – 70 йыл. С.Вострецов урамы.

Был урам Өфө ҡалаһының Калинин районында 500 саҡрымға һуҙылған. Ул Сувоворв урамына йәнәшә килеп, Орджоникидзе урамынан Интернациональ урамына тиклем һуҙылған.

Калинин районына – 70 йыл. С.Вострецов урамы.

Вострецовтың бөтә тормошо тотш легендаға ҡоролған. Граждандар һуғышы йылдары өсөн уның исеме ҡыйыулыҡ һәм тапҡырлыҡтың ысын өлгөһө булып тора. Степан Сергеевич Вострецов Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Казанцево ауылында 1883 йылдың 29 декабрендә ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1894 йылда ауылдан сығып китеп Өфөгә тиклем барып етә һәм тимер юл оҫтаһында тимерсе булып эшләй.

С.Вострецов беренсе рус революцияһында актив ҡатнаша. 1905 йылда әрме хеҙмәтенә алына. Тыуған ил алдындағы бурысын ул Рига ҡалаһында үтәй. Уның һалдат йылдары еңелдән булмай.


Хеҙмәт бурысын үтәгәндән һуң тыуған ауылына ҡайта һәм унда ауыл хужалығы коммунаһы ойоштора һәм кулактарҙың нәфрәтенә юлыға. 1919 йылда Степан Волжск полкы командиры булып китә. Граждандар һуғышынан һуң Вострецов Мәскәүҙәге Рәсәй Ҡыҙыл Армияһының хәрби Академия курсында белем ала.

Степан Вострецов 1932 йылдың 3 майында мәрхүм була. Уны Дондағы Ростов ҡалаһында ерләйҙәр.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA