Беҙҙең ҡаҙаныштар

Калинин районы уҡыусылары Яңы йылды ҙур уңыштар менән ҡаршы алды.

13-16 ғинуар әҙәбиәттән, 14-17 ғинуар рус теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының Республика этаптары үтте. Унда беҙҙең уҡыусылар ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште: Елизавета Тимофеева, Амалия Йосопова (52-се лицей, әҙәбиәт), Анна Козлова (118- се мәктәп, әҙәбиәт), Владислав Мухаметоа (60-сы лицей, рус теле), Амалия Йосопова (52-се лицей, рус теле). Был егет-ҡыҙҙар олимпиаданың призерҙары булды.
Мәктәп уҡыусыларын, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы ошо ҡаҙаныштары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм алдағы көндәрҙә лә ңыштар теләйбеҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA