Иғтибар!

Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға теләүселәрҙе тағы бер тапҡыр иҫкәртә, ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә, унда тапшырыла торған предметтар исемлеге билдәләнә.

Иғтибар!

Ағымдағы йылда мәктәпте тамамлаусылар берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) тапшырыуға ғаризаны уҡыған урыны буйынса бирә ала. Бынан алдағы йылдың сығарылыш уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу хаҡындағы ғаризаһын БР мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан билдәләгән урындарҙа теркәй ала.
Ғаризаларҙы мәктәп һәм сығарылыш уҡыусылары шәхсән тапшыра. Әгәр ҙә инде улар исеменән ата-әсәләре (законлы вәкилдәре) килә икән, үҙҙәре менән паспорт һәм ышаныс ҡағыҙы (доверенность) алып килергә тейештәр.
Мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар ғариза менән бергә психологик-медик-педагогик комиссия тарафынан бирелгән справканың күсермәһен, ә инде инвалид таныҡлығы булғандар документтың төп нөсхәһен йәки рәсми раҫланған справканың күсермәһен алып килергә тейеш.

1 февралдән һуң берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу тураһындағы ғариза имтихан башланғансы ике аҙна алдан имтихан тапшырыусының ыңғай сәбәптәре булған осраҡта ғына БР дәүләт имтихан комиссияһы ҡарары нигеҙендә ҡабул ителәсәк.
Берҙәм дәүләт имтихандары тураһындағы тулы мәғлүмәтте ҡыҙыу линия аша 8 (347) 218-03-81 и 8 (347) 218-03-28 телефоны буйынса алырға мөмкин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
bwslot168 bwslot168 rtp slot rp8888 slot777 rp888 login keris4d rp8888 rtp slot bwslot168 bwslot168 keris4d keris4d rp888 muara777 rp8888 keris4d andara88 rp8888 rp888 slot777 slot777 slot777 rp8888 rp8888 rp8888 andara99 rp888 rp8888 slot777 rp888 roket303 rp888 rp888 rp888 rp888 slot777 rp888 slot88 rp888 kingdomtoto royaltoto sultantoto direkturtoto rp888 rp888 slot88