Байрам көндәрендә профликатик саралар

Яңы йыл байрамдары аҙағына яҡынлашты. Был осорҙа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Калинин районы "Янғындан һаҡланыу идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһының бүлек инженерҙары файҙалы профилактик саралар үткәрҙе.

Уларҙың эше был ваҡытта Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарын үткәргән урындарҙа янғын ҡағиҙәләрен үтәүе, объекттарҙың сараларҙы башҡарырға әҙер булыуы тикшерелде, дежурҙа торған яуаплы кешеләр менән янғынға ҡаршы инструктаж үткәрелде.
Калинин районының янғындан һаҡланыу идаралығы, район хакимиәте белгестәре, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәк инспекторҙары менән берлектә күп фатирлы йорттарҙа булды һәм иҫәптә тороусы граждандар менән янғын хәүефлеге тәьмин итеү тураһында әңгәмә үткәрҙе. Айырыуса иғтибар электр приборҙары һәм газ плитәһе менән дөрөҫ ҡулланыуға йүнәлтелде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA