Ауылда күпләп яңы суҡындырылған крәҫтиәндәр йәшәй башлағас, 1613йылда Кадомцев ауылы тип атайҙар. 1622 йылда Изге Әсә тәреһе табылыу айҡанлы һәм Богород сиркәүе төҙөгәнгә күрә уны Богородск ҡасабаһы тип үҙгәртәләр. 1764 йылда башҡорт иленең төнъяҡ райондарына һөжүмде туҡтатыу өсөн Өфө ҡалаһына Богородск ҡасабаһына тиклем тәреләр менән йөрөү ойошторола. Ошонан һуң Богородск халҡы, әгәр ҙә ауыл киләсәк тә ярлылыҡтан ҡотолһа, тәрене Өфө соборына күсерергә һәм йыл һайын уны үҙендә ҡабул итергә тигән, вәғәҙә бирә. Ысынлап та, ауыл тарҡалыуҙан туҡтай һәм алдан әйтелгән вәғәҙә буйынса, һәр йылды 20 июлендә иконалар һәм тәреләр менән йөрөү ойошторола. Артабан Богородск ҡасабаһы тағы ла ҙурая, өлкә үҙәгенә әүерелә һәм йыл һайын йәрминкәләр үткәреү урыны булып тора. 1770-1774 йылдарҙа Богородскта пугачев полковнигы И.В.Губановтың лагеры була, улар Чесноковкала урынлашҡан ҡасҡынсыларҙың И.Н.Зарубин етәкселегендәге төп көстәре менән Өфө ҡалаһын уратып ала. 1774 йылдың 25 мартында Губанов Зарубин менән бергә Табынға ҡаса һәм 26 мартта ҡулға алына. 1774 йылдың ноябрендә Губановты хөкүм итәләр. 1931 йылда моторҙар төҙөү заводына нигеҙ һалына. Уны махсус рәүештә ойошторолған 17 - се дәүләт төҙөлөш тресты (һуңғараҡ 3-сө төҙөлөш тресты) алып бара. Партияның өлкә комитеты, урындың бөтә үҙенсәлектәрен тикшергәндән һуң, заводты Богородск ҡасабаһы янындағы майҙанда урынлаштырырға ҡарар итә. Тәүге йылдарҙа 3 йорт, 38 барак төҙөлә, 5,3 саҡрым оҙонлоғонда тимер юлы һәм 18 саҡрымға тиклем шоссе юлы һалына. Буласаҡ завод янында мәктәбе, клубы һәм дауаханаһы булған "Мотор" ҡасабаһы барлыҡҡа килә. 1936 йылда Черниковка ҡасабаһы Советы Өфө ҡалаһы составына индерелә, ә "Мотор" ҡасабаһы Өфө ҡала Советы ҡарамағына күсерелә. 1931йылдың 15 июлендә ВКП(б) Үҙәк Комитетының Политбюроһы Өфөнөң Богородск ҡасабаһы биләмәһендә яңы завод төҙөү тураһында ҡарар сығара. 1934 йылда заводта 4 меңгә яҡын эшсе эшләй. 1936 йылда Черниковка ҡасаба Советы Өфө ҡала Советына ҡараған Черниковка район Советы тип үҙгәртелә, аҙаҡ 1936 йылдың 10 авгусында ул Өфө ҡалаһының Сталин районы тип атала башлай. 1944 йылдың 5 декабрендә Сталин районы республика ҡарамағындағы Черниковка ҡалаһы тип ҡабаттан үҙгәртелә. Башҡорт АССР Юғары Советы Президиумының 1956 йылдың 24 декабрендәге Указы нигеҙендә Черниковка ҡалаһы Өфө ҡалаһы ҡарамағына индерелә. Богородск ҡасабаһы иҫтәлегенә Сельская Богородская урамы һаҡланып ҡалған. ИНОРС районының исеме төҙөлөш сәнәғәте стандарттары һәм нормалары дәүләт институтын (1928-1934) ҡыҫҡартып әйтеү арҡаһында барлыҡҡа килгән. Икенсе төрлө фараз да бар, йәғни ул заводты төҙөүҙә ҡатнашыусы сит ил эшселәре һәм белгестәре тигән аббревиатуранан килеп сыҡҡан.