Өфөлә «ҡарлы өмә» үтә

Бөгөн, 15 ғинуарҙа, Өфөлә «ҡарлы өмә» үтә.

Өфөлә «ҡарлы өмә» үтә

Бөгөн, 15 ғинуарҙа, Өфөлә «ҡарлы өмә» үтә. Йорт яны биләмәләрен һәм урамдарҙы таҙартыуҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, битараф булмаған өфөлөләр, предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениелар, шул иҫәптән Өфө Хакимиәте һәм ҡала райондары хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, мәғариф системаһы вәкилдәре өмәләрҙе теләк буйынса һәм белем биреү ойошмалары биләмәһенән генә үткәрә.

Өмә ҡаланы ҡарҙан таҙартыу айлығы сиктәрендә үткәрелә. Торлаҡ-коммуналь өлкәһе хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, улар ҡала халҡы яғынан бындай ярҙамға бик шат.

- Урам һепереүселәрҙе йәки башҡа эшселәрҙе ҡарҙы насар таҙарталар тип әрләүҙәре аяныслы күренеш. Беҙ бөтә ерҙә лә өлгөрә алмайбыҙ. Әлбиттә, бик күп кешеләр быны аңлап, бөгөн беҙгә ярҙамға килде. Өмәләр беҙҙең өсөн бик яҡшы ярҙам, - тип уртаҡлашты урам һепереүсе Юрий Ефимов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дөйөм ҡала өмәләре 22 һәм 29 ғинуарҙа ла үтәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA