Б
Бөгөн Маргарита Куприянова тураһында һөйләп китмәксебеҙ.
Маргарита Куприянова - Черниковка ҡалаһының баш архитекторы. Ул 1918 йылда Өфө ҡалаһында тыуа, 3-сө һанлы мәктәптә белем ала. 1936 йылда уны уңышлы тамамлағандан һуң Мәскәү ҡалаһының инженер транспорт институтының архитектура бүлегенә уҡырға инә. Маргарита ҡулына диплом алғандан һуң тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайта.
Алты йыл эшләгәндән һуң 29 йәшлек Маргарита Куприянованы Черниковка ҡалаһының баш архитекторы итеп тәғәйенләйҙәр. Нәҡ шул ваҡытта уның күңелендә Сталин проспектын (хәҙерге Беренсе Май урамы) төҙөү тураһында уй тыуа.
Шундай тарих-легенда бар: генераль планға ярашлы Черниковка тауының көнбайыш яғын (Еңеү Паркы битләүе) йәшелләндереү планға алынмаған, ни өсөн тигәндә уның ере ҡом һәм таштан тора. Урынды үҙгәртеү өсөн Генераль планда ҡаралған иҫәпләүҙәргә бер ни тиклем үҙгәрештәр индерергә кәрәк була. Баш архитектор, юғарынан ҡарарҙы көтмәйенсә, был биләмәне йәшелләндерергә тотона. Әммә бының өсөн етәкселектән шелтә ала. Йылдар үтә, шелтә онотола, бөгөн Еңеү Паркын йәшел ҡайындар биҙәй. Әгәр ҙә Парк буйлап үтһәгеҙ, бер нисә минуҡа булһа ла Маргарита Куприянованы хәтергә алырһығыҙ.
Баш архитектор вазифаһында Маргарита Куприянова 1956 йылдың июленә -Черников ҡалаһының Өфө менән ҡушылыуына тиклем эшләй. 2003 йыллың 3 ғинуарында Маргарита Николаевна мәрхүм була, ул Өфө ҡалаһының Көнъяҡ зыяратында ерләнә.
Бөгө