"Ап-аҡ ҡыш" спорт байрамы

Николай Гастелло исемендәге стадионда "Ап-аҡ ҡыш" тип исемләнгән ғаилә һәм ҡышҡы уйындарҙың район этабы үтте.

Стадионға сәләмәт йәшәү рәүешен хуплаған ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар йыйылды. Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы Калинин районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Әлфиә Әхәт ҡыҙы Ҡаһарманова тәбрикләне. Ул сарала ҡатнашыусыларҙы Яңы 2022 йыл менән тәбрикләп, һәммәһенә лә һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләне.
Спорт байрамына килеүселәр хоккей уйнау, саңғыла йөрөү, эстафета буйынса үҙ-ара көс һынашты. Байрам бик күңелле үтте. Мәктәп уҡыусылары был ярышта үҙҙәренең белем усаҡтарының данын яҡлаһа, кескәйҙәр рәхәтләнеп әкиәт геройҙары менән уйнаны, бергәләп ял итте һәм дәрт-көс алды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA