Яңы йыл менән, Максимовка!

Янғын һундереүселәр өсөн Яңы йыл байрамы бик көсөргәнешле осор. Шуға ҡарамаҫтан улар йыл һайын халыҡҡа байрам кәйефе булдырырға тырыша, биләмәләрҙе биҙәйҙәр, иң яҡшы боҙ ҡаласығына һәм Яңы йыл шыршыһына конкурс ойошторалар һәм байрам саралары үткәрәләр.

25 декабрь көнө Максимовка муниципаль янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре «Гармония» балалар ижадын үҫтереү Үҙәге менән берлектә балаларҙы Яңы йыл байрамына саҡырҙы.
Максимовка биҫтәһендә йәшәүселәргә күңелле уйындар, йырҙар, бейеүҙәр, төрлө флешмобтар, бейеүҙәр әҙерләнде. Байрам тантананһына әкиәт геройҙары Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу килде. Муниципаль янғын һүндереү бүлеге етәксеһе Игорь Поляков балаларҙы, ата-әсәләрҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы һәм уларға иң изге теләктәрен еткерҙе.
Сара һуңында«Максимовка» янғын һүндереү бүлегенең шәхси составы балаларҙың һәр береһенә «Пожарный патруль» газетаһын һәм башҡаланың янғындан һаҡланыу идаралығы исеменән Яңы йыл бүләктәрен таратты. Ҡасаба халҡы шундай күңелле сара уҙғарғандары өсөн ойоштороусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA