Өфөлә ҡурайсыларҙың Әҙһәм Исҡужин исемендәге VI Асыҡ ҡала конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы үтте

Бөгөн Әҙһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурайсыларҙың Әҙһәм Исҡужин исемендәге VI Асыҡ ҡала конкурсының Гала-концерты үтте. Сарала абруйлы ҡунаҡтар: Өфө ҡалаһы ҡала округы Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡазарғолов, Өфө ҡалаһы ҡала округы мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы етәксеһе Шамил Абдраҡов һәм шулай уҡ жюри ағзалары ҡатнашты.

Конкурстың йомғаҡтары буйынса Гран-приға Сибай ҡалаһынан Күсәмишев Шамил Шакир улы лайыҡ булды. Еңеүсегә 50 меңлек сертификат һәм диплом тапшырылды.

12 йәштән 16 йәшкә тиклем ҡатнашыусылар төркөмөндә Гран-приға Өфө ҡалаһынан Ғүмәров Радмир лайыҡ булды.

Бөтә еңеүселәргә лә сертификаттар һәм дипломдар тапшырылды. Гала-концерт еңеүселәрҙең, жюри ағзаларының һәм "Тамъян" башҡорт халыҡ инструменттары ансамбле сығыштары менән үрелеп барҙы.

Конкурс быйыл беренсе тапҡыр дистанцион форматта үтте. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ күрше өлкәләрҙән - Силәбенән, Ханты-Мансийск округынан бөтәһе 104 ҡурайсы ҡатнашты.

Бәйгенең ойоштороусылары: Өфө ҡалаһы хәкимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар берекмәһе, Әҙһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе һәм «Моторҙар эшләүсе» мәҙәниәт һарайы.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA