Яңы йыл майҙансығы асылды

Шакша биҫтәһенең Мәләүез урамында боҙ майҙансығы һәм яңы йыл шыршыһы асыу тантанаһы булып үтте.

 

Яңы йыл майҙансығы асылды

Был сарала Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡарбабай, Ҡыш батшаһы һәм башҡа әкиәт геройҙары ҡатнашты. Улар балаларға бай эстәлекле Яңы йыл тамашаһын  бүләк итте. Әкиәт геройҙары сабыйҙар менән бергә йырланы, бейене, төрлө уйындар уйнаны.
Боҙ майҙансығында һәр йәштәге балалар өсөн һырғалаҡ тауҙар, лабиринт, әкиәт геройҙары һындары, хатта хоккей майҙансығы ла бар.
Бындай әкиәт ҡаласығын булдырыуҙа Калинин районының торла-коммуналь хужалығы идарылығы ифрат ҙур ярҙам күрһәтте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA