Бөгөн, «7 аҙым» марафонының һуңғы көнө. Юлдашбаева А.Х. 18 мәктәп 1-се класс балаларын туған башҡорт теле дәресендә «Аҡбуҙат» журналы менән таныштырҙы, 9-сы класс уҡыусылары ихлас күңелдән сыҡҡан матур ҡотлау һүҙҙәрен открыткаларға яҙҙылар. Сәйетҡолова А.С. 9-сы класта туған башҡорт теле дәресендә «М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады» буйынса викторина ойошторҙо. Гәрәйева С.Г. 6-сы класс уҡыусыларын М.Аҡмулланың тормошо һәм ижад юлы менән таныштырҙы.
Дәрестәрҙә 19 мәктәп балалары ихлас күңел менән йомаҡтар систеләр һәм башҡорт халҡының «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Тирмә», «Йәшел яулыҡ йәшерәм» уйындарын уйнанылар. Шулай уҡ, ата-әсәләр менән берлектә Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобта ҡатнаштылар.
Бөгөн уҡыусыларыбыҙ башҡорт теленең көслө лә, бай ҙа, яғымлы ла икәненә тағы ла нығыраҡ инандылар. Бик күптәрҙе һоҡландырған бай тел бит ул - башҡорт теле. Р.Ғарипов, З.Биишева, Б.Бикбай, И.Кинйәбулатов һәм башҡа әҙиптәребеҙҙең шиғырҙарын тыңлағандан һуң, телебеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһон күптәр кисергәндер. Ә башҡорт телен белмәгәндәр уйланғандыр... Николай Старостин яҙғанса:
... Наверно не зря я вам говорю,
Что храбрый башкирский народ люблю.
Я сердцем в него бы наверно проник.
Мне жаль, что не знаю башкирский язык.