10.12.2021
1666
Рәсәй Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй, шулай иҫәптән Башҡортостан халҡы өсөн алдағы яңы йыл каникулдары теүәл ун көн дауам итәсәк.
1, 2, 3, 4, 5, 6, 8 ғинуар (Яңы йыл каникулдары) һәм 7 ғинуар (Раштыуа) -байрам көндәре тип иғлан ителде.
Йыл башында тәүге ял көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә (1 һәм 2 ғинуар). Шунлыҡтан 1, 2 ғинуарҙағы байрам көндәре 3 һәм 10 майға күсерелә.
Ял көндәрен күсереү менән иҫәптә байрам оҙонлоғо былай килеп сыҡты: 2021 йылдың 31 декабренән 2022 йылдың 9 ғинуарына тиклем. 30 декабрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартылмай.