Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров Указына ярашлы 14 декабрь - Башҡорт теле көнө. Быйылғы йылда М.Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл айканлы узғарыла. 7 декабрҙән алып 14 декабргә тиклем һәр көн бер нәсихәттең төшөнсәһен асып биреүгә бағышлана һәм был акция «7 аҙым» тип атала.
Беренсе көндөң девизы – «Башҡорт теле-иманлы тел». Башҡорт теле уҡытыусылары Юлдашбаева А.Х., Гәрәйева С.Ғ. ошо тема менән дәрес үткәрҙе. Балалар башҡорт теле тураһында төрлө мәҡәл-әйтемдәр, фәһемле фекерҙәр менән таныштылар. Башҡорт теленең ни тиклем яғымлы, бай, хөрмәтле, иманлы икәненә тағы бер тапҡыр инандылар.
126-сы мәктәп башҡорт теле көндәре айҡанлы үткәрелгән “Ете аҙым” марафонында әүҙем ҡатнашырға тырыша. 8 декабрь – икенсе аҙым – “күңел”.
Бөгөн уҙғарылғае саралар кеше күңелен үҫтереүгә йүнәлтелде. 5а һәм 5б класы уҡыусылары менән Миәкә районындағы виртуаль музейға сәйәхәт ҡылдыҡ. Рәсем дәресендә башҡорт биҙәктәрен өйрәндек, ә музыка дәресендә ҡурай моңдарын тыңланыҡ.
Башҡортостан Республикаһының Башҡорт теле көнөнә арналған «Тыуған Башҡортостаным» иллюстрациялар конкурсы үткәрелде. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостан Республикаһында уны популярлаштырыу - конкурстың төп маҡсаты булып тора. Сарала 2Г класс уҡыусылары ҡатнашты. Афариндар!