Ошо айҡанлы, иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар бер йүнәлешле буласаҡ - “Ете аҙым” концепцияһына берләштереләсәк, бөйөк Аҡмулланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыласаҡ.
Марафонға старт 7 декабрҙә бирелә. Артабан ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла барасаҡ һәм Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итәсәк. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышланасаҡ ( 7 декабрҙә –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрҙә – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрҙә «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрҙә – «Башҡорт теле – ихлас тел»).
Ошо ете көн эсендә бик күп мәғәнәле, матур саралар уҙасаҡ.
Шуларҙың береһе булып «Зенит» туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар балалар үҙәгендә үткән уҡыусылар өсөн Башҡортстан Республикаһы халыҡтары костюмдары» район конкурсы булып тора.
Еңеүселәрҙең эштәре менән «Зенит»тың төркөмөндә https://vk.com/centre_zenit танышырға була.
Конкурста ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!