Балалар баҡсаһында башҡорт теле аҙналығы

Республикала иғлан ителгән Башҡорт теле аҙналығына  Калинин районының 261-се  балалар баҡсаһы ҙур теләк менән ҡушылды. Бында беренсе көндән үк  ҙур эш башланды. һәр төркөмдә төрлө дәрестәр, саралар үтте.

Балалар баҡсаһында башҡорт теле аҙналығы

Балалар дәрестәр ваҡытында башҡорт халҡының музыкаль мираҫы, милли музыка ҡоралдары  тураһында мәғлүмәт алды. Ҡурайҙың, ҡумыҙҙың  килеп сығыу тарихы менән танышты.

Кескәйҙәр Һәр дәрестән үҙҙәренә яңы  белем, ҡыҙыҡһындырған һороуҙарына  яуап алды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA