Фейерверктар айырым иғтибар талап итә

Раштыуа һәм яңы йыл байрамдарына ваҡыт һанаулы ғына ҡалып бара. Ғәҙәттә был байрамдарға халыҡ күпләп фейерверкатар, төрлө шартлатҡыстар, бенгаль уттары һатып ала. Әммә йыл һайын ошо байрамда пиротехник әйберҙәрен ҡулланғанда йәрәхәтләнеү осраҡтары теркәлә. Файҙаланғанда хәүефһеҙлек сараларын үтәмәү, йә булмаһа уларҙың түбән сифатлы булыуы оло бәләгә килтерә лә инде.
Шуға ла пиротехник әйберҙәрҙе һатып алғанда уларҙың ҡулланыу ваҡытына иғтибар итһәгеҙ ине. Уның тышҡы йөҙө таушалмаған һәм рус телендә аңлатмаһы булыуы мотлаҡ. Пиротехниканы һатып алғас, ҡоро ерҙә - йылытҡыстан, асыҡ уттан алыҫ һәм ҡояш төшмәгән ерҙән ситтәрәк һаҡлау талап ителә. Һәм тағы ла – петарда, фейерверктарҙы бары тик махсуслашҡан сауҙа нөктәләренән генә һатып алыуығыҙ һорала. Алған саҡта тауарҙың сифаты хаҡындағы сертификатты һорарға онотмағыҙ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA