Өфөлә «Вьюговей» яңы йыл фестивале үтәсәк

Яңы йыл байрамы традицияларын һаҡлау һәм баш ҡала халҡының ялын ойоштороу маҡсатында 15 декабрҙән 30-ына тиклем Өфөлә «Вьюговей» яңы йыл фестивале ойошторола.

Өфөлә «Вьюговей» яңы йыл фестивале үтәсәк

Яңы йыл байрамы традицияларын һаҡлау һәм баш ҡала халҡының ялын ойоштороу маҡсатында 15 декабрҙән 30-ына тиклем Өфөлә «Вьюговей» яңы йыл фестивале ойошторола. Ул түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә: «Боҙ ҡала» (боҙ ҡаласығын иң яҡшы биҙәүгә); «Әкиәти боҙ» (ҡар-боҙ скульптураһы араһында); Ҡыш бабайҙар конкурсы.

Быйыл «Боҙ ҡала» конкурсы өсөн әкиәттәр, риүәйәттәр, шулай уҡ юбилей даталары һәм мөһим ваҡиғалар буйынса темалар тәҡдим ителде. Баһалауҙың төп критерийҙары - концепцияның үҙенсәлеге һәм һайланған ҡарарҙың актуаллеге, яңы йыл шыршыларының тематик биҙәлеше, ҡар һәм боҙло фигураларҙың яҡтыртыу менән йыһазландырыу, ағастарҙы биҙәү, светодиодлы арт-объекттар булдырыу.

«Әкиәти боҙ» конкурсты «Халыҡ әкиәттәре, көнкүреше, легендалары», «Яҡынлашып килгән йылдың символы»; «Юбилей датаһы йәки әһәмиәтле ваҡиға» номинациялары буйынса башҡарырға тәҡдим ителә. Эштәрҙе баһалағанда художество ҡиммәте, үҙенсәлеклелек һәм башҡарыу техник үҙенсәлеге иҫәпкә алынасаҡ.

«Ҡыш бабай» конкурсы сиктәрендә Ағиҙел йылғаһы буйында Ҡыш бабайҙар парады буласаҡ.

Конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн район хакимиәттәренә 20 декабргә тиклем Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралыҡҡа тейешле заявка бирергә кәрәк.

Бәйгенең һөҙөмтәләрен Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, БР Рәссамдар союзы ағзалары ингән жюри ағзаларына билдәләйсәк .


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA