Спортта яңы ҡаҙаныштар

17-20 ноябрҙә Туймазы ҡалаһында кигбоксингтың өс төрө буйынса Башҡортостан Республикаһының беренселеге һәм чемпионаты үтте.

Спортта яңы ҡаҙаныштар

Бәйгенең маҡсаты - 2022 йылға Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарға Башҡортостан командаһын йыйыу.
Ярышта республиканың 14 төбәгенән 21 команда ҡатнашты. 22 – се спорт мәктәбенән 31 спортсы ҡатнашты. Ярышҡа уларҙы тренерҙар М.А.Арсентьев һәм Д.Р.Носов әҙерләне.
Һөҙөмтәләр буйынса I урынға: Дмитрий Иванов (лоу-кик), Александр Тонкачев (поинтфайтинг), Юнир Әхмәтйәнов (поинтфайтинг), Даниил Ковалевский (лоу-кик), Диана Әхмәрова (лоу-кик), Аделина Әхтәмйәнова (лоу-кик), Трофим Торба (поинтфайтинг, лайт), Макар Федоров (поинтфайтинг), Алина Хәлиуллина (поинтфайтинг, лайт), Айҙар Ирмашев (поинтфайтинг), Роман Коломиец (поинтфайтинг, лайт), Ярослав Любцев (поинтфайтинг, лайт); II урынға: Илмир Әбүзәров (лайт), Радмилла Торба (лоу-кик), Даниил Дьячков (поинтфайтинг), Маргарита Титова (поинтфайтинг, лайт), Владислав Гаврилов (поинтфайтинг), Михаил Долина (поинтфайтинг), Ангелина Мишунина (поинтфайтинг), Айҙар Ирмашев (лайт); III урынға: Даниел Хәлиуллин (лоу-кик), Ярослав Киселев (лоу-кик), Артем Әхмәтйәнов (поинтфайтинг), Роман Байгаров (поинтфайтинг), Артем Абкадыров (поинтфайтинг) Даниил Дьячков (лайт), Владислав Гаврилов (лайт), Ангелина Мишунина (лайт), Глеб Коломиец (лайт) лайыҡ булды.
Еңеүсе һәм призлы урынды яулаған спортсылар, Башҡортостан Республикаһы командаһы составында 2022 йылдың мартында Саратов ҡалаһында үтәсәк Волга буйы федераль округының чемпионатында һәм беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булдылар.
Чемпионаттың иң яҡшы судьяһы итеп Данир Рифхат улы Йосопов билдәләнде.
Тренерҙарҙы һәм спортсыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм Республика командаһы составында уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA