219-сы балалар баҡсаһында әсәйҙәр байрамы бик күңелле үтә. Һәр төркөм үҙенсә матур бер кисә үткәрә. Уларҙың төп маҡсаты - балаларҙа әсәйҙәргә булған ихтирамды, иғтибарҙы көсәйтеү, өйҙәге, ғаиләләге йылы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу.
Мәктәпкәсә төркөмдәр ҡотлау һүҙҙәрен видеоролик аша еткерһә, бәләкәстәр тәрбиәселәр менән бергәләп әсәйҙәр тураһында әкиәттәр, шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыны, “Минең әсәйем”, “Әсәйемә мин нисек ярҙам итәм”, “Әсәйемдең һөнәре” темаларына әңгәмә үткәрҙе. Байрам һуңында балалар әсәйҙәренә уҙ ҡулдары менән бүләк эшләне һәм өйҙә уны матур итеп тапшырырға һүҙ бирҙе.
26.11.2021
1738