25.11.2021
1758
27 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә Мәжит Ғафури исемендәге паркта боҙ һырғалағы асыла. Уның майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә.
Һырғалаҡ эш көндәрендә иртәнге сәғәт 12-нән төнгө 11-гә тиклем, ял көндәрендә һәм байрам көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 11-гә тиклем эшләйәсәк.
Сараға килеүселәр өсөн конькиҙарҙы прокатҡа биреү һәм үткерләү хеҙмәттәре күрһәтелә, буфет һәм йылы кейенеү бүлмәһе бар.
Асыу көнөндә өфөләрҙе һәм ҡала ҡунаҡтарын профессиональ фигуралы шыуыу буйынса оҫталар, эстафеталар, конкурстар, бүләктәр көтә.