Өфөлә ҡаланың төп Яңы йыл шыршыһын ҡуйҙылар

25 ноябрҙә төндә Өфөлә, Ленин исемендәге майҙанда, баш ҡаланың төп шыршыһын ҡуйҙылар.

25 ноябрҙә төндә Өфөлә, Ленин исемендәге майҙанда, баш ҡаланың төп шыршыһын ҡуйҙылар. Уны «Горзеленхоз» муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре урынлаштырҙы.

Йола буйынса, урман ҡупшыҡайын республиканың Благовещен районынан килтерҙеләр. Уның бейеклеге 35 метр, йәше - 85.

Яҡын арала шыршыны һәм боҙ ҡаласығын биҙәү башланасаҡ. Бында Ҡыш бабайҙың һәм Ҡарһылыуҙың һындары урынлашасаҡ, шулай уҡ ҙур байрам шарҙары рәүешендә өс арка, йондоҙҙар һәм ҡаргиҙәр һындары ҡуйыласаҡ. Фонтан өҫтөндә светодиод япма түшәләсәк, тышҡы яҡтыртыу бағаналарында күбәләктәр рәүешендә консоль ҡуйыласаҡ.

Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, яңы йыл ҡаласыҡтары һаны, уҙған йыл менән сағыштырғанда арттырыласаҡ. 2019 йылда 85 майҙансыҡ булһа, 2020 йылда - 247, ә быйыл 321 майҙансыҡ биҙәләсәк.

Ҡаланы Яңы йыл байрамына биҙәү буйынса эштәрҙе 1 декабргә тиклем тамамлау күҙаллана.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA