Лидер” волонтерҙар берләшмәһе хеҙмәткәрҙәре буклеттар таратып, “Тәмәкеһеҙ тормош өсөн” акцияһын үткәрҙе. Уның маҡсаты – донъяла тәмәке тартыуҙы кәметеү, табиптарҙың һәм халыҡтың был насар ғәҙәткә ҡаршы көрәшеүен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫеп килгән быуынға тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында төрлө мәғлүмәт саралары аша хәбәр итеү.
Тәмәке тартыу нимәһе менән зарарлы һәм хәүефле?
Ул күп ауырыуҙарҙың төп сәбәпсеһе булып тора. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын донъяла был "йәшел үлән" арҡаһында яҡынса 6 млн. кеше вафат була.
Белгестәр әйтеүенсә, тәмәке төтәгән ваҡытта 4 меңдән ашыу химик мәтдә бүленеп сыға. Бына шулар организмға төп зыянды килтерә лә инде.
22.11.2021
993