Автоһәүәҫкәрҙәр ҙә йоҡлап ятмай: ниһайәт, уларға йылға аша сығыр өсөн күпер йәки кисеү эҙләп йөрөргә тура килмәйәсәк – уның өсөн боҙло юлдар бар бит! Йәйәүлеләр һәм автоһәүәҫкәрҙәр юл арауығын бер-нисә саҡрымға кәметеү маҡсатында йыш ҡына туңған йылғалар һәм күлдәр аша сығып йөрөйҙәр.
Һыу объекттарында бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмаҫ өсөн Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса подразделениелары тарафынан халыҡ араһында хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеү маҡсатында аңлатыу эштәре алып барыла: боҙға сығыу урындары асыҡлана, кешеләрҙең һәм автомобилдәрҙең боҙға төшөүен тыйыусы мәғлүмәт менән аншлагтар урынлаштырыу ойошторола,башҡа төрлө саралар ҡабул ителә.
Боҙҙо ҡар ҡаплаған урындарҙа айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки унда һыу яйыраҡ туңа. Быуаларҙа асыҡ боҙ ҡатламы 10 сантиметрҙан ашыу, ә ҡар аҫтында ни бары 3 сантиметр ғына булыуы мөмкин. Ағым тиҙ булған, ҡыуаҡтары һәм үләндәре булған, һыу ятҡылығына ағып төшкән шишмәләр, йә иһә йылғалар булған урындарҙа соҡорҙар, ҡар ирегән урындар барлыҡҡа килә, бындағы һыу йоҡа боҙ менән ҡаплана.
Боҙҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеүсе ҡағиҙәләр:
- Иҫтән сығармағыҙ- зәңгәр йә иһә йәшел төҫтәге боҙ ғына ныҡ булып һанала. Йәйәүлеләр өсөн боҙҙоң ҡалынлығы кәмендә 15 см. булыуы иң ышаныслыһы. Боҙ өҫтөнән төркөм менән барыу тыйыла.
- Боҙға ҡараңғы ваҡытта һәм күҙ бәйләнгән мәлдә баҫмаҫҡа тырышығыҙ.
- Ҡар ҡаплаған урындарҙа һаҡ булығыҙ, был осраҡта таяҡ менән тикшереп барыу хәйерле.
- Әгәр боҙ сатнаһа, ингән юлдан аяҡты шыуҙырып ҡына кире сығырға кәрәк.
- Балыҡ тотҡанда бер урынға күпләп ултырмаҫҡа, һаҡлағыс жилет кейергә һәм үҙең менән 15-20 метрлы бау йөрөтөргә кәрәк.
-Спиртлы эсемлектәр эскән килеш боҙ өҫтөнән сығырға ярамай.
- Боҙ аша автомобилдә үҙидара органдары ойошторған, рөхсәт ителгән урындарҙан ғына сығырға кәрәк.
Һаҡланыу сараларын теүәл үтәү - һәр кемебеҙҙең именлек нигеҙе ул!
18.11.2021
1114