Был көндө тикшереү Ҡуласа һәм Транспорт урамдарында үткәрелде. Һәр йорт хужаһы менән шәхси йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса әңгәмә үткәрелде.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика һандары шуны күрһәтә:һалҡындар төшөү менән электр ҡоролмаларының төҙөк булмауы , йә уны дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында йорттарҙа ут сыға һәм кешеләр һәләк була. Профилактик рейд барышында халыҡҡа тағы ла бер тапҡыр инструктаж үткәрелде һәм аңлатмалы ҡағыҙҙар тапшырылды. Хөрмәтле граждандар! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәндә генә беҙ үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлай алабыҙ! Шуны онотмаһағыҙ ине!
08.11.2021
1019