Өфөлә яңы йыл шыршыларын монтажлау башланды

Өфөлә Яңы 2022 йылды байрам итеүгә һәм ҡаланы биҙәүгә әҙерлек башланды.

Өфөлә Яңы 2022 йылды байрам итеүгә һәм ҡаланы биҙәүгә әҙерлек башланды. Традицион майҙансыҡтарҙың береһендә, Салауат Юлаев майҙанында, төп символды ҡуйыу башланған да инде.

Пикселле шыршының конструкцияһын йыйыу күп ваҡыт талап итеү сәбәпле, «Горзеленхоз» муниципаль учреждениеһы эшселәре уны алдан йыя башланы.

Шыршының бейеклеге 32 метр тәшкил итә. Белгестәр әйтеүенсә, бындай конструкцияны әҙерләүгә 10-14 көн китә.

Әлеге ваҡытта шыршы ярусын йыйыу бара. Эшкә учреждениеның 10-лаған хеҙмәткәре һәм автокран йәлеп ителгән.

Өфөләге барлыҡ байрам майҙансыҡтарының дислокацияһы ноябрь уртаһына раҫланасаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA