Өфөлә Ухтомский урамын ремонтлау тамамлана

Өфөнөң Дим районында Ухтомский урамын ремонтлау тамамлана.

Өфөнөң Дим районында Ухтомский урамын ремонтлау тамамлана. «Дортрансстрой» участкаһы мастеры Шафҡәт Нагуманов һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта улар асфальттың финиш ҡатламын һала. Бынан тыш, 30 октябргә тиклем тротуарҙарҙы ремонтлауҙы тамамлау һәм парковка урындары булдырыу ҡаралған.

Ухтомский урамдарын төҙөкләндереү «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә алып барыла. Объекттың дөйөм оҙонлоғо 1,78 саҡрым тәшкил итә. Эштәр барышында юл япмаһын һәм бордюрҙарҙы алмаштырыу, техник һыҙаттар һәм тротуарҙы йыһазландырыу, юл билдәләрен һыҙыу ҡаралған.

Әйтергә кәрәк, был объектты тапшырыу ваҡыты БР «Өфөводоканал» дәүләт унитар предприятиеһының йәйге осорҙа дөйөм оҙонлоғо 491 погон метрлыҡ һыу үткәргес селтәре участкаһын капиталь ремонтлау менән бәйле һуңыраҡ үҙгәртелде. Предприятие вәкилдәре хәбәр итеүенсә, Ухтомский урамындағы сталь торбаларҙы алмаштырыу был микрорайонда һыу менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Бөгөн «Өфөводоканал» бөтә ремонт эштәре тамамланған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA