Диктантта Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Диктант эштәре – рус, инглиз, испан телдәрендә. Улар 2021 йылдың 3 ноябрендә 00.01 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) «Ҙур этнографик диктант»тың рәсми сайтында (www.miretno.ru) баҫыласаҡ. Был эштәр текст рәүешендә рәсмиләштерелгән һәм диктантта ҡатнашҡан һәр кем өсөн дөйөм федераль (20 һорау), Рәсәй Федерацияһының һәр төбәге өсөн төбәк өлөштәрҙән (10 һорау) тора. Сит илдә йәшәүселәр өсөн айырым утыҙ һорау буласаҡ.
Барлыҡ эштәрҙе башҡрған өсөн ҡуйыласаҡ максималь балл – 100.
Диктантты үткәреү ваҡыты – 45 минут. Ошо ваҡыт үткәс, эштәрҙе башҡаса башҡарып булмаясаҡ. Ҡатнашҡан кешенең эш һөҙөмтәләре күрһәтелгән электрон сертификат электрон почтаға ебәрелә.
«Ҙур этнографик диктант»ты Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Удмурт Республикаһының Милли сәйәсәте министрлығы ойоштора.