Иҫәп алыусыны таныр өсөн ябай ғына элементтарға иғтибар итеү мөһим. Беренсенән, иҫәпләүсе эмблема төшкән күк төҫтәге махсус кейем кейгән һәм муйынына шарф таҡҡан булырға тейеш. Икенсенән, һәр кемдең ҡулында шәхси танытмаһы булырға тейеш. Уны иҫәп алыусы паспорты менән бергә күрһәтергә бурыслы. Әгәр ҙә иҫәп алыусылар һеҙҙә ниндәйҙер шик тыуҙыра икән, оҙаҡҡа һуҙмай 102, 112 һандары буйынса, йә булмаһа полиция участкаһына шылтыратырға кәрәк.
Короновирус инфекцияһын таратыуға юл ҡуймау һәм халыҡ менән хәүефһеҙ шарттарҙа эшләү өсөн бөтә хеҙмәтләндереүсе персонал шәхси һаҡланыу саралары менән тьәмин ителгән һәм иҫәп алыусыларҙың һәр береһе тейешле бар тестарҙы үткән.
21.10.2021
1241