Икмәккә дан

270-се балалар баҡсаһында Бөтә Донъя икмәк көнөнә арналған тематик аҙна үтте.

Икмәккә дан

Уның маҡсаты - балаларҙа икмәккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, өлкәндәрҙең хеҙмәтенә хөрмәт уятыу, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа мәҙәниәтте үҫтереү һ.б.
Тәрбиәселәр һәр төркөмдә балалар менән ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, ижади бәйгеләр, осрашыуҙар үткәрҙе, шулай уҡ үҙ ҡулдары менән ҡамыр яһап, икмәк бешереп тә ҡараны.
Ҡыҫҡаса мәғлүмәт: 16 октябрь Бөтә Донъя икмәк көнө билдәләнә. Был байрам 2006 йылда икмәк бешереүселәр һәм кондитерҙарҙың халыҡ-ара союзы башланғысы буйынса ойошторолған.Нәҡ ошо көндә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы булдырыла.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA